Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов әйтеүенсә, был проект ыңғай баһа алған. Ул төбәк өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки балалар үҙенең тыуған төйәген яҡындан белеү һәм нимәлер асыу өсөн мөмкинлек ала. Сәйәхәт бушлай ойошторола, республиканың бөтә муниципалитеттарындағы V – IX класс уҡыусылары ҡатнаша ала.
Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республика «Мәктәп туризмы» пилотлы проектын тормошҡа ашырыусы төбәктәр исемлегенә ингән. Исемлектә барлығы 18 төбәк күрһәтелгән.
Программала республиканың 7 тур операторы ҡатнаша, улар транспорт, ҡайнар аш һәм уҡыусыларҙың йәшәүен тәьмин итә. Шулай уҡ турға страховка, хәүефһеҙлек сараһы, мәҙәни-танып белеү экскурсиялары ла инә.
Фото: Т. АМАНОВ.