-33 °С
Ясна
Беләһегеҙ, билдәле бер сәбәптәр арҡаһында хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы ғәҙәттәгенән бер айға һуң башлана.
Шуға иғтибар итегеҙ: "срочниктар" Украиналағы хәрби операцияға ебәрелмәй. Шулай уҡ ДНР, ЛНР-ға ла, Запорожск һәм Херсон өлкәләренә лә.
Әлеге мәлдә хеҙмәттә булып, мөҙҙәте бөтөүселәр ҡайтарыла башлаған. РФ оборона министры Сергей Шойгу уларҙы демобилизациянан һуң өйгә ҡайтарыу тураһында әйткәйне.
Хеҙмәткә саҡырылыусылар өсөн ил кимәлендә шишәмбе һәм кесе йомала "ҡыҙыу линия" эшләй:
+7 495 498-96-96, +7 495 498-96-97, +7(495) 498-96-98.