-3 °С
Ҡар
Артем Дамир улы Шәмсетдиновты эҙләгән ирекмәндәр Өфө ҡалаһы халҡына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә: "Зинһар, подъезд йәки ишек алдын сығып ҡарағыҙ, шулай уҡ ул урамда, супермаркетта, сауҙа үҙәгендә, туҡталышта, йәмәғәт транспортында осрауы мөмкин. Артем медицина ярҙамына мохтаж, бәлки ул юлды тапмай, өйөнә ҡайта алмай йөрөйҙөр. Артем ҡаланың һәр районында булыуы мөмкин". Әгәр ҙә Артемды осратһағыҙ, ошо номер буйынса 8-800-700-54-52 (бушлай) шылтыратып, уның ҡайҙа булыуын хәбәр итә алаһығыҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.