Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Октябрь , 16:15

Өфөлә көслө ел сығыуы көтөлә

Өфөлә йәшәүселәрҙе елдең көсәйеүе хаҡында иҫкәртәләр. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, елдең тиҙлеге секундына 20 метрға етәсәк.

Өфөлә көслө ел сығыуы көтөлә
Өфөлә көслө ел сығыуы көтөлә

Бөгөн киске сәғәт 8-ҙән 1 ноябргә тиклем Өфөлә көндөъң болотло торасағы фаразлана, ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан, секундына 8-13 метр, урыны менән секундына 15–20 метрға тиклем. Һауа температураһы төндә – 1 – 3 градус, көндөҙ 3–5 градус йылы.

 

Өфөләрҙе электр линиялары бағаналарынан, шулай уҡ реклама таҡталарынан, ағастарҙан һәм конструкцияларҙан ситтәрәк йөрөргә кәңәш итәләр.

 

Фото: Т.Аманов

 

 

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в