Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Октябрь 2022, 10:25

Башҡортостанда ноябрь нисек буласаҡ?

Көҙҙөң һуңғы айы етә. Элегерәк булһа, өлкәндәр, 7 ноябргә ҡар ятасаҡ, тиер һәм шулай булыр ҙа ине. Хәҙер иһә барыһы ла үҙгәрҙе. Синоптиктар ноябргә күҙаллауҙары менән уртаҡлашты.

Башҡортостанда ноябрь нисек буласаҡ?
Башҡортостанда ноябрь нисек буласаҡ?

Баҡһаң, быйылғы ноябрь быға тиклемгеләренән әллә ни айырылмаясаҡ. Температура һуңғы биш йылдағы уртаса күрһәткестәргә тиң буласаҡ. Синоптиктар фаразлауынса, республикала көн торошо –2 (көндөҙ), –5 (төндә) градус тирәһендә торасаҡ. Шул уҡ ваҡытта максималь температураның +2 градус, минималь температураның –17 градус булыуы ихтимал икән.

Башҡортостандың үҙәк райондарында көн башлыса болотло буласаҡ, ти синоптиктар.

Яңы айҙа республикала яуым-төшөм дә йыш күҙәтеләсәк.

Фото: Юлай Кәримов.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: