Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Октябрь , 09:59

Башҡорт активисткалары ирекмәндәр штабында эшләгән

Республиканың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзаларынан бер төркөм ял көндәрен М. Шайморатов исемендәге Волонтерҙар штабында үткәргән. Беләһегеҙ, был штаб “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе янында булдырылды.

Башҡорт активисткалары ирекмәндәр штабында эшләгән
Башҡорт активисткалары ирекмәндәр штабында эшләгән

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина социаль селтәрҙә яҙыуынса, штаб махсус хәрби операцияға үҙе теләп китеүселәрҙең, мобилизация буйынса саҡырылыусыларҙың ғаиләләренә социаль, психологик, көнкүреш һәм башҡа ярҙам күрһәтеү өсөн барлыҡҡа килгән.

Телефоны: 8-800-201-89-03 (09.00 – 18.00, көн һайын эшләй).

Фото: vk.com

Башҡорт активисткалары ирекмәндәр штабында эшләгән
Башҡорт активисткалары ирекмәндәр штабында эшләгән
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в