Баш автоинспекторҙың яҙыуынса, авария 08:35 сәғәттә Магнитогорск-Ира автомобиль юлының 348-се саҡрымында теркәлгән. Күгәрсен районынан 22 йәшлек ҡыҙ идара иткән "Volkswagen Polo" менән Күмертауҙан 21 йәшлек егет идара иткән "Skoda Rapid" машиналары бәрелешеп, ике водитель, "Skoda" автомобиленең 71 йәшлек пассажиры ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе яҡты донъя менән хушлашҡан. "Skoda" автомобиленең ике пассажиры, 26 йәшлек егет менән 29 йәшлек ҡыҙ, дауаханаға оҙатылған.
"Skoda" водителенең Мораҡтан Өфөгә пассажирҙарҙы алып китеп барғаны билдәле. Һәләк булған ҡыҙ ауылдан урындағы үҙәк дауаханаға юлланған булған.
"Әле фажиғә урынында юл хәрәкәте ябылған, ваҡытлыса урау юл асылған. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана", - тип яҙа Владимир Севастьянов.
Фото: БР ЮХХДИ.