Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Октябрь 2022, 19:30

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Баш автоинспектор Владимир Севастьянов водителдәргә мөрәжәғәт итеп, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырҙы.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

"Ҡәҙерле дуҫтар, һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуын күҙәтәбеҙ, - тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. - Ямғырҙар, урыны менән епшек ҡар. Көслө ел, ҡар ҡатыш ямғыр юлдарҙа күреү мөмкинлегенең насарайыуына килтерҙе. Кискә һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә. Ҡырау, боҙлауыҡ водителдәрҙең айырыуса иғтибарлы булыуын талап итә.

Бындай шарттарҙа хатта тәжрибәле водителдәр ҙә транспорт сараһы менән идара иткәндә хаталар ебәрә.

Уҙған йылдар практикаһынан сығып, ошо осорҙа юл-транспорт ваҡиғалары һанының ҡырҡа артыуы күҙәтелә, тип әйтә алам. Водителдәрҙең иғтибарһыҙлығы, уларҙың яңы һауа шарттарында автомобиль менән идара итергә әҙер булмауҙары юлда ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Шуға күрә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен мотлаҡ теүәл үтәргә, тиҙлек режимын күҙәтергә, юл билдәләренә иғтибар итергә, хәүефһеҙлек ҡайышын эләктереп йөрөргә, балаларҙың хәүефһеҙлеген хәстәрләргә саҡырам.

Көйһөҙ һауа шарттарында юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Ҡатмарлы хәл килеп тыуған осраҡта һеҙ Дәүләт автоинспекцияһы подразделениеларына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!"

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: