-11 °С
Болотло
Төндә Ишембай районында, Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск автомобиль юлының 13-сө саҡрымында, Стәрлетамаҡтан 37 йәшлек ир "Kia Picanto" машинаһында юлдан осҡан.
Хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән водитель үлемесле йәрәхәттәрҙән вафат булған. Уның 34 йәшлек ҡатыны дауаханаға оҙатылған.
Фажиғә буйынса тикшереү бара.
Фото: БР ЮХХДИ.