Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Октябрь 2022, 12:00

Тәмле шарсыҡтар

Бындай ҡабымлыҡты ашағандан һуң, башҡаһын һорамаҫһығыҙ ҙа.

Тәмле шарсыҡтар
Тәмле шарсыҡтар

Краб таяҡсалары – 170 г

Иретелгән сыр (плавленый) – 100 г

Эре йомортҡа – 2 дана

Майонез – 50 г

Һарымһаҡ – бер тырнаҡ

Тоҙ, ҡара борос – тәменсә

Сырҙы ҡырыуы еңел булһын өсөн тәүҙә ярты сәғәткә туңдырғысҡа һалып торорға кәрәк. Краб таяҡсаларын алдан иретегеҙ. Уны ваҡлап турарҙан алда ҡыҙыл өлөшөн айырып алығыҙ, был биҙәү өсөн кәрәк. Уны ваҡ ҡырғыста ҡырырға.

Йомортҡаны бешерергә. Һарымһаҡты иҙергә.

Салат һауытына краб таяҡсаларын, унан һуң сырҙы, һарымһаҡты, йомортҡаны өҫтәргә. Массаға тоҙ, борос та һалырға. Шар яһау өсөн үҙегеҙ теләгән күләмде алығыҙ. Кемгәлер бер ҙур ҡалаҡлап оҡшай, кемдер бәләкәйерәк итеп эшләй. Өйөп бер ҡалаҡ самаһы итһәгеҙ, ете ҙур ғына шарсыҡ килеп сыға. Шарсыҡтарҙы баяғы краб таяҡсаларының айырым алынған ҡыҙыл өлөшөнә әүәләргә.

Ҡабымлыҡты 40 минут тирәһе һыуытҡысҡа ҡуйып торорға.

Тәмле булһын!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: