Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Октябрь 2022, 19:15

Кеше машинаһына хужа булған...

Төмәндән Өфөгә атаһына ҡунаҡҡа килгән 25 йәшлек ҡыҙҙың "ВАЗ-2109" машинаһын 9 октябрҙә урлайҙар. Сигнализацияһы булмаған машина янында тәмәке төпсөгө, аяҡ эҙҙәре табыла. Енәйәтсе видеокүҙәтеү камераһына ла эләгә. 

Кеше машинаһына хужа булған...
Кеше машинаһына хужа булған...

Оператив-эҙләү саралары барышында машинаны урлаған кешене эҙләп табалар. Автобур, шундай уҡ енәйәттәр өсөн алдан хөкөм ителгән 22 йәшлек егет, Силәбе өлкәһенең Аша ҡалаһынан булып сыҡҡан. Урланған автомобилдә Ашаға тиклем килеп еткәс, ул уны металлолом ҡабул итеү пунктына 12 мең һумға һата.

Полиция хеҙмәткәрҙәре уны ҡулға алып, Өфөгә килтергән. Генетик экспертиза күрһәтеүенсә, тап ошо егет машина янында тәмәке тартҡан. Автобур үҙ ғәйебен таныған, уға ҡарата енәйәт эше асылған. Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһы биләмәһендә булған шундай уҡ енәйәттәргә ҡатнашы бармы-юҡмы икәнлеге тикшерелә.

Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Кеше машинаһына хужа булған...
Кеше машинаһына хужа булған...
Кеше машинаһына хужа булған...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: