Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Октябрь , 21:00

Бала ҡайғылары бирмә, Раббым!

Бала ҡайғылары бирмә ,Раббым, Донъялағы барлыҡ әсәгә, Һөйөп - наҙлап үҫтергән балаһын Һалмаһындар улар ҡәбергә.   Зиһен ҡабул итмәҫ ҙур ҡайғыны Нисек күтәрер һуң йөрәге Күрмәйенсә ғәзиз балаҡайын Йәшәүенең бармы кәрәге?   Бала ҡайғылары таштай ауыр, Эстән кимерә ул ҡорт кеүек, Йөрәге яралы әсәләргә Йәшәү мәғәнәһе юҡ кеүек.   Бала ҡайғылары бирмә ,Раббым! Айырма балаһын әсәнән! Бер- береһенә кәрәк булып Улар һәр саҡ бергә йәшәһен!   Сәфинә Әхмәтова-Рамазанова.

Бала ҡайғылары бирмә, Раббым!
Бала ҡайғылары бирмә, Раббым!

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в