Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Октябрь 2022, 19:30

Юл фажиғәләре - 28 октябрь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында ун дүрт автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ике кеше һәләк булған, 19 кеше төрлө йәрәхәттәр алған.

Юл фажиғәләре - 28 октябрь
Юл фажиғәләре - 28 октябрь

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, иртән Мәләүез ҡалаһының Салауат урамында 35 йәшлек ир "Лада Приора" машинаһында төп юлға сыҡҡанда "МАН" йөк машинаһына юл бирмәгән. Көслө бәрелештән ике автомобиль дә кюветҡа осҡан. Йөк машинаһы юлдан осҡан ыңғайы электр бағанаһын эләктереп, бағана еңел машина өҫтөнә ауған. Авария һөҙөмтәһендә "Лада" водителе үлемесле йәрәхәттәрҙән вафат булған. Икенсе водитель зыян күрмәгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.

Көндөҙ Краснокама районында, Нефтекама-Николо-Березовка автомобиль юлында, 38 йәшлек ир идара иткән "ВАЗ-2114" менән 40 йәшлек ҡатын идара иткән "Peugeot 605" машиналары бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә илебеҙ автомобиле водителе ваҡиға урынында һәләк булған. Автоледи менән уның пассажиры, 52 йәшлек ҡатын, Нефтекама үҙәк ҡала дауаханаһына оҙатылған. Әле хәлде тикшереү бара.

Фото: БР ЮХХДИ.

Юл фажиғәләре - 28 октябрь
Юл фажиғәләре - 28 октябрь
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: