Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Октябрь , 09:30

«Яугирҙарыбыҙ яҡындарының йөрәк йылыһын һәм хәстәрлеген тойһон»

Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә иғлан иткән «Йөрәк йылыһы» тип аталған акция дауам итә. Унда ҡатнашыусылар көндән-көн күбәйә бара. Мәсетле районының Яңы Мөслим ауылы оҫталары ла изге эштән ситтә ҡалмаған.

«Яугирҙарыбыҙ яҡындарының йөрәк йылыһын һәм хәстәрлеген тойһон»
«Яугирҙарыбыҙ яҡындарының йөрәк йылыһын һәм хәстәрлеген тойһон»

– Беҙ барыбыҙ ҙа бөгөн Украиналағы махсус операция барышын тулҡынланып күҙәтәбеҙ һәм тыныс халыҡты яҡлаусылар хаҡында уйламай булдыра алмайбыҙ. Ҡыш етә. Яугирҙарыбыҙ әсәй-өләсәйҙәренең йөрәк йылыһын һәм хәстәрлеген тойһон, – ти мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары.

Был хаҡта Мәсетле районының башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итә.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в