Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Октябрь 2022, 19:15

Янғындарҙа өс кешенең ғүмере өҙөлгән...

Бөгөн таңғы сәғәт алтыла Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында ут сыҡҡан. Ваҡиға урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, ирекле янғын һүндереүселәр һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр килеп еткән. Янғын тураһында һуңлап хәбәр иткәстәре, улар килеп етеүгә өйҙөң күпселек өлөшөн ут ялмап алған була. Янғында 1977 йылғы ир менән 1980 йылғы ҡатын һәләк булған. 

Янғындарҙа өс кешенең ғүмере өҙөлгән...
Янғындарҙа өс кешенең ғүмере өҙөлгән...

Утты һүндереүгә 32 кеше һәм 11 берәмек техника йәлеп ителгән. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана, урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.

Иртәнге сәғәт ун бер тирәһендә Благовещен ҡалаһында ла шәхси йортта янғын сығып, ир кешенең ғүмере өҙөлгән. Уның шәхесен асыҡлайҙар.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Янғындарҙа өс кешенең ғүмере өҙөлгән...
Янғындарҙа өс кешенең ғүмере өҙөлгән...
Янғындарҙа өс кешенең ғүмере өҙөлгән...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в