Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Октябрь 2022, 21:00

Йә Илаһым

Йә Илаһым... Яҡты донъяларға Һыналыуҙар өсөн киләбеҙ... Тәүбә итеп, хаталарҙан кире Ҡайтыу юлын һиндә күрәбеҙ.   Йә, Илаһым! Һин шәфҡәтле, бөйөк. Заман ахырҙарын күрһәтмә. Ҡан көҫәгән яуыз хаиндарҙы Тәхеттәргә берүк үрләтмә.   Һүндерә күр һуғыш усаҡтарын, Беҙҙең артыҡ ғәзиз улдар юҡ! Ҡайтарырға яуҙа ауғандарҙы Теге донъяларҙан юлдар юҡ.   Йә, Илаһым, ишет әсәләрҙе... Теүәл генә булһын улдары. Һаҡлай күрсе сабый аталарын, Асыҡ итсе ҡайтыр юлдарын.   Хакимдарға бер үк аҡыл күндер, Баштарына аң бир, Аллаһым... Күрһәтмәсе яҡты донъяларҙың Көйөп, көл-күмергә ҡалаһын. Ҡотҡара күр, Ғаләм буйлап гиҙгән Ер исемле Йыһан балаһын! Ҡотҡара күр...   Миләүшә Ҡыҙрасова          

Йә Илаһым
Йә Илаһым

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: