Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Октябрь 2022, 20:30

"Улығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына тарыны"

Октябрьский ҡалаһында йәшәгән 77 йәшлек пенсионерға улы булып аферист шылтыратҡан. Йәнәһе лә, ул үлемесле аварияға сәбәпсе булған: йәйәүлене тапаған да, хәҙер шуға уны полицияға алып килгәндәр.

"Улығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына тарыны"
"Улығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына тарыны"

Мөртәттән һуң трубканы сираттағы аферист алған - ялған "хоҡуҡ һаҡлаусы". Ул проблеманы хәл итергә үҙ ярҙамын тәҡдим итеп, пенсионерҙың күпме аҡсаһы барлығын белешкән.

Бабай, бер миллион һумға яҡын аҡсам бар, тигәс, уға банкка барып, ярты миллион һумды ике банк картаһына күсерергә, ҡалғанын курьер аша бирергә ҡушалар.

Күпмелер ваҡыттан һуң енәйәтсе тағы шылтыратып, беҙ һеҙҙең артығыҙҙан күҙәтәбеҙ, тип белдерә. Шиккә ҡалған пенсионер күршеләренә бара ла, уларҙан полиция нарядын саҡырта.

Аферист асыуланып, тағы шылтырата ла, нарядты кире ҡайтармаһағыҙ, улығыҙҙы ултыртам, тип янай. Тиҙҙән бабайға участковый килеп, уға муттарҙың шылтыратыуын аңлата.

Әлеге ваҡытта енәйәтселәрҙе эҙләйҙәр.

Был турала ЭЭМ Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлегенән Ләйсән Аҙнағолова хәбәр итә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: