Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Октябрь , 10:30

Социаль, психологик, йорт йәки хужалыҡ буйынса көнкүреш ярҙамы кәрәкһә...

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандарына һәм ғаиләләренә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы ярҙам күрһәтә.

Социаль, психологик, йорт йәки хужалыҡ буйынса көнкүреш ярҙамы  кәрәкһә...
Социаль, психологик, йорт йәки хужалыҡ буйынса көнкүреш ярҙамы кәрәкһә...

Ул республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе һәм уның урындағы бүлексәләре нигеҙендә ойошторолғайны.  Ирекмән-белгестәр социаль, психологик, йорт йәки хужалыҡ буйынса көнкүреш ярҙамы күрһәтә, ғариза биреүсе иҫәбенә тәүге кәрәк-яраҡ, мәҫәлән, дарыуҙар һәм аҙыҡ-түлек килтерә ала.

Штаб көн һайын сәғәт 9.00-ҙан 18.00 сәғәткә тиклем эшләй
Бәйләнеш үҙәге телефоны:
8 (800) 201-89-03
Башҡортостандағы ирекмәндәр үҙәктәренең адрес һәм телефондары ошонда: https://vk.cc/chaeaW

Рәсәйҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ булышлығында #БЕҘБЕРГӘ акцияһының меңдән ашыу ирекмәне ярҙам күрһәтә.

Ентеклерәк- рәсми сайтта: мывместе.рф

Бушлай ҡыҙыу элемтә телефоны: 8 800 200 34 11.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в