Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Октябрь 2022, 07:00

Сиңерткә һәм индеец

Бер көндө шаулап торған Нью-Йорк ҡалаһында индеец үҙенең американ дуҫы менән китеп барған. Һәм ҡапыл ул:
– Сиңерткә тауышын ишетәм! – тип ҡысҡырып ебәргән.
– Кит юҡты! – американ аптырап, тирә-яғына ҡараған: көндөҙгө “тығын”, машиналар геүләй, яҡында даңғыр-доңғор төҙөлөш бара, һауала вертолеттар оса...
– Юҡ, мин ишетәм! – тип һаман ныҡышҡан индеец. Шул арала бер сәскә түтәле янына барып, ҙур ғына япраҡты күтәреп ҡараған. Бә-әй, уның аҫтында сиңерткә ултыра, имеш.
– Нисек ишеттең? Ҡолағың бик һаҡтыр һинең, – тигән дуҫы бер шаулы юлға, бер сиңерткәгә ҡарап.
– Ишетеү һәләтенең ниндәй булыуы мөһим түгел. Бында барыһы ла һинең нимәгә иғтибар йүнәлтеүеңдән тора. Бына ҡара, – индеец кеҫәһенән бер ус тәңкә сығарып, тротуарға һипкән. Аҡсалар сылтырлап тәгәрәшкән. Унан үтеп барған кешеләр шунда уҡ тауышҡа боролоп ҡарап, аҡсаһын тикшерергә кеҫәләренә йә сумкаларына үрелгән.
– Күрҙеңме? Барыһы ла – һинең ҡолағыңдың нимәне ишетергә теләүендә...

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: