Берәр стакан манный ярмаһы менән кефир, 125 г шәкәр, 4 алма, өс йомортҡа һәм форманы (табаны) майлау өсөн бер аҙ май кәрәк.
Манный менән кефирҙы бергә яҡшылап болғарға ла, 30 минутҡа ултыртып торорға. Ул арала алмаларҙы йоҡа итеп турарға. Манныйлы массаға йомортҡаларҙы һытып һалырға. Табаны майлап, шыйыҡ ҡамырҙы ҡойорға һәм алманы теҙергә. 180 градус эҫелектәге духовкала 35 минут самаһы бешә. Әҙер бәлештең өҫтөнә шәкәр пудраһы һибергә лә мөмкин.
Тәмле булһын!