Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Октябрь 2022, 08:10

Көн торошо

Башгидромет синоптиктары алдағы көндәрҙә республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында хәбәр итте.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн, 29 октябрҙә, көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә - 2-7, аяҙытҡанда 12 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ 1 градус һалҡындан 4 градусҡаса йылы. Йәкшәмбе, 30 октябрҙә, төндә Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында бер аҙ епшек ҡар яуа. Көндөҙ бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ айырым райондарҙа көсәйеүсән. Төндә 0-5, көньяҡ-көнсығышта 10 градус һалҡын. Көндөҙ термометр бағанаһы 1 градус һалҡындан 4 градусҡаса йылы.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: