Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Октябрь 2022, 12:32

Владимир Путин: “Беҙ үтә лә мөһим һәм етди үҙгәрешле тарихи осор башында торабыҙ”

Кисә Рәсәй Президенты “Валдай” дискуссия клубы ултырышында сығыш яһаны. Көнбайышҡа ҡарата “елле” һүҙҙәрҙе күп әйтте ил башлығы. “Алда – Бөйөк Ватан һуғышы тамамланған ваҡыттан алып, иң хәүефле, алдан күҙаллап булмаҫлыҡ тарихи осор, шул уҡ ваҡытта мөһим дә ун йыллыҡ”, – тигән фекерҙә Владимир Владимирович.

Владимир Путин: “Беҙ үтә лә мөһим һәм етди үҙгәрешле тарихи осор башында торабыҙ”
Владимир Путин: “Беҙ үтә лә мөһим һәм етди үҙгәрешле тарихи осор башында торабыҙ”

“Советтар Союзының тарҡалыуы геосәйәси көстәрҙең тигеҙлеген дә емерҙе. Көнбайыш үҙен еңеүсе итеп тойҙо һәм бер полярлы донъя ҡоролошо хаҡында иғлан итте. Унда тап Көнбайыштың ихтыяры, мәҙәниәте, мәнфәғәттәре генә йәшәүгә хоҡуҡлы ине. Хәҙер Көнбайыштың донъя эштәрендә өҫтөнлөк итеүенең был тарихи осоро тамамлана, бер полярлы донъя тарихта ҡала.  Көнбайыштың кешелек менән бер үҙе генә идара итергә һәләте юҡ, әммә уны ныҡышмал рәүештә эшләргә маташа, ә донъя халыҡтарының күбеһе бының менән килешергә теләмәй. Яңы дәүерҙең төп ҡаршылығы тап ошонда. Классиктың һүҙҙәре менән әйткәндә, хәл ниндәйҙер кимәлдә революцион: “өҫтәгеләр” эшләй алмай, ә “түбәндәгеләр” элеккесә йәшәргә теләмәй” – Президент хаҡлы инде.

Тик Көнбайыш аңлаймы һуң?

Владимир Путиндың сығышының тексы – Кремль сайтында: Заседание Международного дискуссионного клуба «Валдай»   Президент России (kremlin.ru)

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: