Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Октябрь 2022, 14:50

Урман хужалығының элекке етәксеһен законһыҙ урман ҡырҡҡан өсөн хөкөм иттеләр

Дүртөйлө районы суды «Илеш урман хужалығы» дәүләт автономиялы учреждениеһының урындағы участка етәксеһенә ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. Был хаҡта Башҡортостан прокуратураһы хәбәр итә.

Урман хужалығының элекке етәксеһен законһыҙ урман ҡырҡҡан өсөн хөкөм иттеләр
Урман хужалығының элекке етәксеһен законһыҙ урман ҡырҡҡан өсөн хөкөм иттеләр

Хөкөм ителеүсе үҙенең танышына урман үҫентеләрен һатыу-алыу килешеүен фиктив рәсмиләштерергә тәҡдим итә, сөнки элек был хоҡуҡ менән үҙе лә файҙаланған. Ир 2020 йылдың июленән 2021 йылдың ғинуарына тиклем йорт-ҡаралты төҙөү өсөн 140 кубометр самаһы йүкә, имән һәм саған ҡырҡҡан.

 

Урман фондына 2,4 миллион һумдан ашыу күләмдә зыян килтерелгән. Ғәйепләнеүсе ғәйебен таныманы.

 

Суд уны ике йылға ағас әҙерләү өлкәһендәге эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм итеп, шартлы рәүештә ике йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарған һәм прокурорҙың дәғүәһе буйынса килтерелгән зыянды  түләтеп бөтөргән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: