-9 °С
Болотло
Беренсе этап өсөн (инженер селтәрҙәрен һәм юлдарҙы үҙгәртеп ҡороу) подрядсы билдәләнгән. Юлдар тротуарҙарҙы киңәйтеү өсөн тарайтыласаҡ. Был эштәр быйыл башлана.
Киләһе этап – мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә булған 80 – 90 йорт ихатаһын төҙөкләндереү.
– Финанслау сығанағын таптым. Һатып алыу процедуралары үткәрһәк, яҙғыһын эштәр башланасаҡ. Проектты яңынан иҫәпләргә тура киләсәк. Сөнки хаҡтар үҙгәрҙе. Төҙәтербеҙ һәм эшләрбеҙ, – тине республика Башлығы.
Фото: “Башинформ”.