-7 °С
Болотло
Фараз итеүҙәренсә, 35 йәшлек ир "Лада Приора" машинаһында төп юлға сыҡҡанда "МАН" йөк машинаһына юл бирмәгән. Көслө бәрелештән ике автомобиль дә кюветҡа осҡан. Йөк машинаһы юлдан осҡан ыңғайы электр бағанаһын эләктереп, бағана еңел машина өҫтөнә ауған. Авария һөҙөмтәһендә "Лада" водителе үлемесле йәрәхәттәрҙән вафат булған. Икенсе водитель зыян күрмәгән. Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.
Фото: БР ЮХХДИ.