УЛДАР ҮҪТЕРГӘН ӘСӘЙ
Ул үҫтҽргән әсәйҙәргә
Түҙҽмлҽктәр бир, Хоҙай?!
Улар йөрәгҽнә тоҫҡап,
Һәр дәүҽр ҙә, ҡан, дан көҫәп,
Утлы-ыулы уҡ ҡаҙай.
Улан бағыу - Ил бағыу ул,
Әсә һүҙҽ - Ил һүҙҽ.
Ир бала - илдҽң тҽрәгҽ,
Ышанысы һәм өмөтө,
Ил күҙҽ һәм Ил йөҙө.
Улдар үҫтҽргән әсәйҙҽң
Мҽң хәстәр - иңдәрҽндә.
Ер-һыуҙы яттарға бирмәү
Бурысы төшә борондан
Улдарҙың иңдәрҽнә.
Ысын ир булһын уландар,
Булһындар ысын батыр!
Батыр улдар - ил күркҽ ул,
Яу килгәндә, бахыр ғына
Өңөндә боҫоп ятыр.
Улдар үҫтҽргән әсәйҙҽң
Йоҡолары ла уяу.
Ил яҙмышы - ир ҡулында,
Ныҡ булһын уландарыбыҙ,
Илгә булһындар таяу.
Ил дә аяу булһын инҽ,
Һаҡлаһын үҙ тҽрәгҽн.
Уҡ сығып осто йәнә лә...
Илгә ҡалҡан булайым тип,
Ут эсҽндә баҫып торам,
Устарымда - йөрәгҽм...
Ғәлиә Кәлимуллина