Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Октябрь , 16:45

Тәүлек эсендә мутлыҡ буйынса 17 енәйәт эше ҡуҙғатылған

Өфө районынан 37 йәшлек ҡатынға инвестиция компанияһы вәкиле өҫтәмә эш хаҡы тәҡдиме менән шылтыратҡан. "Юғары квалификациялы белгес" менән һөйләшкән ҡатын тиҙҙән уның кәңәше буйынса сайтта шәхси кабинет асып ебәргән, 200 мең һумдан ашыуыраҡ кредит алып, инвестиция компанияһына күсергән. Һуңынан пассив табыштың да, компанияның да юҡлығы асыҡланған.

Тәүлек эсендә мутлыҡ буйынса 17 енәйәт эше ҡуҙғатылған
Тәүлек эсендә мутлыҡ буйынса 17 енәйәт эше ҡуҙғатылған

23 йәшлек егет интернет аша спектаклгә билет һатып алған да, тамашаға бара алмаған. Билетты кире тапшырырға сайтҡа яҙып ебәргәс, уға һылтанма килгән. Егет һылтанма буйынса үтеп, банк картаһының реквизиттарын яҙған. Тик билет хаҡын ҡайтарыр урынға, иҫәбенән 10 мең һум аҡсаны урлағандар...

Тәүлек эсендә 17 кеше муттарҙан алданып, дүрт миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в