Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Октябрь , 09:36

Совет майҙанын төҙөкләндереү дауам итә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнештә аралашыуҙа әйтеүенсә, баш ҡалалағы Совет майҙанында йәрминкәләр ҙә ойоштороласаҡ.

Совет майҙанын төҙөкләндереү дауам итә
Совет майҙанын төҙөкләндереү дауам итә

Яңы ҡуйылған Шайморатовҡа һәйкәл янында халыҡ өсөн тағы күп нәмә эшләнә. 

Кисәге тура эфир барышында ошо темаға бәйле һорау булғас, Радий Хәбиров эштәрҙең дауам итеүен билдәләне.

- Беҙ әле тағы анализлайбыҙ. Дәүләт учреждениеларының беренсе ҡаттарында музей ойоштороу мәсьәләһе лә тикшерелә. Тиҙҙән башҡорт аш-һыуы зонаһы асыласаҡ. Байрам көндәрендә майҙанда йәрминкә эшләйәсәк, - тине республика етәксеһе.

Фото: Юлай Кәримов.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в