Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Октябрь , 13:45

Радий Хәбировҡа нисә һорау биргәндәр?

Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш буласағын иғлан иткәс тә, халыҡ үҙен борсоған һорауҙы яуҙыра башлаған. ЦУР-ҙан белдереүҙәренсә, барлығы 3000-дән ашыу һорау килгән.

Радий Хәбировҡа нисә һорау биргәндәр?
Радий Хәбировҡа нисә һорау биргәндәр?

Ә тура эфир барышында социаль селтәрҙәрҙә бирелгән һорауҙар һаны 2000-дән ашҡан. Иң күбе - юлдар торошо, өлөшләтә мобилизация һәм ЖКХ мәсьәләләре.

"Беҙҙең идара командаһы көн һайын меңдән ашыу мөрәжәғәтте ҡарай. Был тура бәйләнешкә килгән һорауҙарҙан өс тапҡырға ғына әҙ. Бөтә халыҡҡа һорауҙары өсөн рәхмәт", - тигән Радий Фәрит улы.

Фото: "Башинформ".

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в