Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Октябрь 2022, 15:36

Һәр ваҡытта ла мөһим

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина республика етәксеһенең тура бәйләнешенә үҙ фекерен белдерҙе.

Һәр ваҡытта ла мөһим
Һәр ваҡытта ла мөһим

"Идара итеүсе етәксенең халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләүе һәр заман өсөн дә мөһим мәсьәлә. Уҙған тура эфир ҙа быны иҫбатланы. Республика халҡының көнүҙәк һорауҙарының күбеһе һуңғы ваҡытта илебеҙҙә барған процестарға ҡағылды.

Пандемияның дауам итеүе, илебеҙҙәге тотороҡлолоҡто һаҡлау өсөн махсус хәрби операцияның башланыуы, шул сәбәпле өлөшләтә мобилизация үтеүе - былар йәмәғәтселекте битараф ҡалдырманы.

Бөгөнгө шарттарҙа ауыл хужалығы, эшҡуарлыҡ, сәнәғәткә дәүләт ярҙамы, инфраструктураны яҡшыртыуға бәйле һорауҙарға төплө мәғлүмәт бирелде.

Иң мөһиме ил һағына баҫыусы ир-егеттәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау, уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү буйынса ла ентекле яуаптар алдыҡ.

Беҙ парламент ултырыштарында ошо ваҡиғаларға бәйле ҡанундар ҡабул иттек. Йәмәғәт ойошмалары ла ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзалары гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша. Ойошма янында махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләренә һәм ҡатындарына социаль-психологик ярҙам күрһәтеү комитеты булдырҙыҡ. Ирекмәндәр штабында ла эш ҡыҙыу бара", - тине Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: