Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Октябрь 2022, 14:15

Мобилизацияланғандарҙың ғаиләһенә ярҙам итеү – тәүге урында

Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы координаторы Рөстәм Ишмөхәмәтов үҙ фекерен белдерҙе.  

Мобилизацияланғандарҙың ғаиләһенә ярҙам итеү – тәүге урында
Мобилизацияланғандарҙың ғаиләһенә ярҙам итеү – тәүге урында

– Республика Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш барышында ирекмәндәрҙең һәм мобилизацияланған граждандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү  төп темаларҙың береһе булды.  Тура эфирҙа күрһәткән Ағиҙел ҡалаһындағы ирекмәндәр штабының эше бер миҫал ғына. Был беҙҙең көндәлек эшебеҙҙең бер өлөшө. Бындай штабтар республиканың бөтә район-ҡалаларында эшләп килә. Унда мөрәжәғәттәр һаны, республика ирекмәндәр штабына ҡарағанда ла, күберәк. Бар ерҙә лә эш һөҙөмтәле алып барыла. Башҡа муниципалитеттарҙағы хеҙмәттәштәрҙе рәнйетмәҫ өсөн, бер кемде лә миҫалға килтермәйем.

Хәрби хеҙмәткәрҙәр ғаиләләренә ярҙам тап ауыл ерендә күп талап ителә. Сәбәбе икәү. Беренсенән, райондарҙан күп ирекмәндәр алғы һыҙыҡҡа китте, ғаиләләр бик күп. Икенсенән, ауылда матди ғына түгел, ҙур ҡалала кәрәкмәгән физик ярҙам да талап ителә. Ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләргә, ҡыйыҡты йүнәтергә, ҡаланан ниндәйҙер тауарҙар килтерергә һәм башҡалар. Быны ауылда йәшәгәндәр генә аңлар.

Ватанды һаҡларға юлланған ир кешенең булмауы арҡаһында ғаилә ошо проблемалар алдында яҡлауһыҙ ҡалыуы асыҡлана. Шуға күрә беҙҙең ирекмәндәр ярҙамға килә лә инде. Уларға күп осраҡта яҡташтарының, хәрби хеҙмәткәр ғаиләһенең күршеләре ярҙамға килеүе бик ҡыуаныслы - күрше йәштәр утын яра, урындағы эшҡыуарҙар шул уҡ утын йәки башҡа кәрәкле әйберҙәр һатып алыуға аҡса бүлә. Был барыбыҙҙы ла берләштерә, яҡташтарҙы берләштерә, һәр кемде дөйөм эшкә, Ватаныбыҙҙың мәнфәғәттәрен яҡлауға ҡатнашы бар итә. Ысын илһөйәрлек тап ошонда сағыла ла инде, – ти ул.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: