+18 °С
Болотло
Ғафури районының Родина ауылында йәшәгән 26 йәшлек иргә ҡарата законһыҙ һунар осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Республика Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул һунар ваҡытында Игенйылға ауылы янында йәш айыуҙы атып үлтергән. Һуңынан йыртҡысты өйөнә алып ҡайтҡан.
Браконьер уны тунап, түшкәһен бүлгесләгән. Полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү ваҡытында һунарсының өс мылтығын һәм айыу һөлдәһен тапҡан. Ир үҙ ғәйебен тулыһынса таныған, әле уға ситкә сығыу тыйыла.
Фото: Т. Аманов