Башҡортостандың 24 район һәм ҡалаһында ВИЧ-инфекцияһы менән зарарланыусылар һаны күберәк. Был хаҡта республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәгендә хәбәр иттеләр.
ВИЧ-инфекцияһы йөрөткән сирлеләр Әбйәлилдә ныҡ күп. Бында 100 мең кешегә 79,7 кеше тәшкил итә. Унан Дыуан (78,7), Мишкә (74,7), Балтас (67,5), Меләүез (67,3), Федоровка (67,7), Иглин (62,1), Әлшәй (58), Благовещенск (54), Ишимбай (51,7), Тәтешле (51,1), Нуриман (51), Ҡыйғы (49,1), Күгәрсен (47,7), Ейәнсура (45,3), Белорет (44,6), Янауыл (42), Туймазы (41,4), Мәсетле (40,7) һәм Благовар (40,6) райондары, шулай уҡ Күмертау (68,4), Ағиҙел (57,4), Салават (55,1) һәм Стерлитамаҡ (50,3) ҡалалары килә.
Фото: Т. АМАНОВ.