Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Октябрь 2022, 16:25

Һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә

Алдағы өс көндә республикала һауа торошоноң ҡырҡа үҙгәреүе көтөлә. Был хаҡта Башгидрометтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә
Һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә

29 октябрҙә антициклон йоғонтоһо менән яуым-төшөмһөҙ һауа торошо һаҡланһа, төньяҡ-көнбайыш циклон килеү  менән Көньяҡ Уралда һауа торош ҡырҡа үҙгәрәсәк.  30 октябрҙә көслө ел, ямғыр һәм епшек ҡар яуасаҡ.

31 октябрҙә урыны менән боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы көтөлә, юлдарҙа ҡар һырынтылары барлыҡҡа киләсәк.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в