Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Октябрь 2022, 09:55

Аҙыҡ-түлеккә йәнә хаҡ артҡан

Башҡортостанда бер аҙнала помидор, тауыҡ йомортҡаһы һәм ҡыяр һиҙелерлек ҡиммәтләнгән. Был хаҡта “Башстат” белгестәре хәбәр итә.

Аҙыҡ-түлеккә йәнә хаҡ артҡан
Аҙыҡ-түлеккә йәнә хаҡ артҡан

Аналитиктар мәғлүмәттәренә ярашлы, помидор 14,3 процентҡа ҡиммәтләнгән, хәҙер уларҙың уртаса хаҡы 98,19 һум тәшкил итә. Тауыҡ йомортҡаһына хаҡтар - 6,3% (67,97), ҡыярға 5,9% (80,65) артҡан.

 

Ете көн эсендә аҡ күсәнле кәбеҫтә 8,1% арзанайған, хәҙер уға уртаса хаҡ 18,15 һум тәшкил итә. Шулай уҡ сөгөлдөргә (4,7% - 24,16) һәм кишергә (3,4% - 25,25) хаҡтар төшкән.

 

Фото: Т. Аманов

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: