-33 °С
Ясна
Башҡортостан Башлығы ишеү слаломы комплексын 2024 йылдың аҙағына тиклем тапшырыу күҙаллана, тип хәбәр итте.
2023 йылдың йәйендә үк Инорстағы Йылы күле тирәләй төҙөкләндереү башланасаҡ - 2024 йылда Өфөлә спорт һәм рекреацион инфраструктура менән комплекслы объект барлыҡҡа киләсәк.
"Ҡашҡаҙан күле миҫалында беҙ яр буйҙарын төҙөкләндереү компетенцияһына эйәбеҙ. Өфөлә Фехтование үҙәген, Көрәш һарайын, футбол майҙанын һәм Нефтекамала яңы физкультура-һауыҡтырыу үҙәген төҙөүҙе дауам итәбеҙ", - тине Радий Хәбиров.
Фото: Башинформ.