Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Октябрь , 21:15

Яңы гимназияла сыуаш телен өйрәнәсәктәр

Бишбүләк районында сыуаш телен өйрәнеү буйынса полилингваль гимназия төҙөләсәк. Был хаҡта тура элемтә барышында республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

Яңы гимназияла сыуаш телен өйрәнәсәктәр
Яңы гимназияла сыуаш телен өйрәнәсәктәр

Быға тиклем Бишбүләк районы халҡының һорауы буйынса Сиҙәкбаш ауылындағы мәҙәниәт йорто һәм балалар майҙансығы реконструкцияланған. Мәҙәниәт йортонда хәҙер яңы сәхнә, тамаша залы бар, аҙ мобилле граждандар өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылған. Эштәрҙең башҡарылыуын республика Башлығы шәхсән үҙе тикшергән.

"Был сыуаш ауылы, унда эшһөйөүсән, бик яҡты, үҙ мәҙәниәтен һаҡлай белгән кешеләр йәшәй, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Сәфәр йомғаҡтары буйынса Бишбүләк районында полилингваль гимназия төҙөү тураһында ҡарар ҡабул иттек. Хәҙер мин ошо ҡарарҙы ныҡлы раҫлайым. Төрлө сәбәптәр буйынса ҡарарҙарыбыҙҙы үтәү ваҡыты күсеүе мөмкин, әммә беҙ үҙ өҫтөбөҙгә алған йөкләмәләрҙе үтәүҙән баш тартмайбыҙ ".

Фото: Башинформ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в