Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Октябрь 2022, 19:09

Тура бәйләнештең төп темалары билдәле булды

Ошо минуттарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура эфирҙа һорауҙарға яуап бирә. Сараның башында уҡ илһөйәрлек, тарихи ғәҙеллек темаһы күтәрелде. Әлбиттә, СВО һәм өлөшләтә мобилизация темаһы иғтибар үҙәгендә буласаҡ.

Тура бәйләнештең төп темалары билдәле булды
Тура бәйләнештең төп темалары билдәле булды

Радий Хәбировтан уның һаулығы хаҡында һоранылар. Яуап: барыһы ла һәйбәт. Беләһегеҙ, ул тубығына операция яһатты, әле реабилитация осоро.

Икенсе һорау: Шайморатовҡа һәйкәл асылыу уңайынан тарихи ғәҙеллекте ҡайтарыу хаҡында. Был турала Радий Хәбиров күп тапҡыр әйтте инде: данлыҡлы генералдың ҡаһарманлығын онотоу мөмкин түгел. 

"Рәсәй Геройы исеме биреүҙе хуплаған һәм указ сығарған Президентыбыҙға ҙур рәхмәт. Әлбиттә, халҡыбыҙҙың күп йылдар көткәне үтәлде. Беҙҙең йәштәребеҙ тарихыбыҙҙы, уның батыр шәхестәрен белеп үҫергә тейеш", - тине республика Башлығы.

Бөгөн Башҡортостанда СВО-ла ҡатнашыу өсөн тағы бер, инде өсөнсө, ирекле батальон төҙөлә. Был да юҡҡа ғына түгел. Кеше үҙе теләп, тыныслыҡ һаҡларға, Ватан өсөн, тип күтәрелә. Радий Хәбиров уны хуплауын белдерҙе.

Әйткәндәй, тура бәйләнешкә ошо темаға ғына түгел, ә төҙөкләндереү мәсьәләһе буйынса ла бик күп һорау килгән.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: