Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Октябрь 2022, 23:21

"Тимер юл вокзалында ниңә башҡорт телендә иғлан итмәйҙәр?"

Шулай тип һоранылар Башҡортостан Башлығынан. Был бик етди мәсьәлә.

"Тимер юл вокзалында ниңә башҡорт телендә иғлан итмәйҙәр?"
"Тимер юл вокзалында ниңә башҡорт телендә иғлан итмәйҙәр?"

Өфөнөң тимер юл вокзалында поездар килеүен-китеүен башҡортса ла иғлан итеүҙе туҡтатҡандар икән. Рус һәм инглиз телдәрендә генә яңғырай.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был турала тәүгә ишетеүен белдерҙе:

"Мәсьәлә нимәлә икәнен асыҡлармын. Беҙҙең аэропортта башҡорт һәм рус телдәрендә иғлан итәләр. Үҙем шәхсән тикшерҙем. Әгәр ҙә тимер юл вокзалында юҡ икән, был дөрөҫ түгел", - тине республика етәксеһе.

Фото: "Башинформ"

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в