Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Октябрь 2022, 09:35

Тажик дуҫтар менән...

Башҡортостандың баш ҡалаһында Тажикстандың сәнғәт оҫталары ҙур концерт ҡуйҙы.

Тажик дуҫтар менән...
Тажик дуҫтар менән...

Өфөнөң "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Рәсәйҙә Тажикстан мәҙәниәте көндәре уңайынан гала-концерт үтте. Өфөлә, әлбиттә, илдең баш ҡалаһына ла, Тажикстандан рәсми делегация килде. Был уҙр осрашыу Рәсәй менән Тажикстан араһындағы дипломатик бәйләнештәрҙең 30 йыллығына арналды. 

- Беҙ Рәсәй Федерацияһы етәкселегенә, Рәсәй һәм Башҡортостан мәҙәниәт министрлыҡтарына саҡырыуҙары өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Уҙған көндәрҙә беҙ Мәскәүҙә Тажикстан мәҙәниәте көндәрен астыҡ, бөгөн Өфөлә мәҙәниәтебеҙ менән таныштырабыҙ. Бында беҙ Башҡортостандың мәҙәниәт министры менән осраштыҡ һәм берлектәге проекттарҙы, буласаҡ осрашыуҙарҙы тикшерҙек. Хөкүмәт ҡарамағында симфоник оркестр бар, һеҙҙең яҡтан май айында Өфөгә килеүе тураһында саҡырыу килде. Тажикстанда үтәсәк Рәсәй мәҙәниәте көндәре тураһында фекер алышҡанда беҙ мотлаҡ рәүештә Башҡортостан артистарының ҡатнашыуын һораныҡ. Киләсәктә беҙ сәнғәт институтында һәм колледжда кадрҙар әҙерләү буйынса тығыҙ хеҙмәттәшлек тә итәсәкбеҙ, - тип һөйләне Тажикстандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Назариён Обид Одилзод.

БР Халыҡтар дуҫлығы йорто мәғлүмәттәренсә, беҙҙең республикала 10 мең самаһы тажик йәшәй, тажик милли-мәҙәни үҙәге төрлө сарала әүҙем ҡатнаша.

Фото: "Башинформ".

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: