Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Октябрь 2022, 21:25

Салауатта йәштәр үҙәге булдырыласаҡ

Өфөләге "Йәшлек House" үҙәге өлгөһөндә Салауатта ла үҙәк булдырыу тәҡдиме менән Гүзәлиә Мөхәмәтйәрова мөрәжәғәт итте. Уның һүҙҙәренсә, урындағы йәштәр бик әүҙем, дәртле, идеяларға бай, тик ҡыҙыҡлы проекттарҙы тормошҡа ашырырға айырым биналары юҡ.  

Салауатта йәштәр үҙәге булдырыласаҡ
Салауатта йәштәр үҙәге булдырыласаҡ

"Беҙ Стәрлетамаҡта һәм Нефтекамала ошондай йәштәр үҙәктәрен асыу пландары тураһында һөйләштек, әммә ни өсөндөр Салауатты иғтибарға алманыҡ. Ләкин мин, һеҙгә уңайлы бина эҙләп тапһындар өсөн, ҡала мэры менән мотлаҡ һөйләшермен. Һеҙ унда йыйыла, аралаша алырһығыҙ", - тип вәғәҙәләне республика етәксеһе.

Радий Хәбиров республиканың әүҙем йәштәренә пандемия ваҡытында, шулай уҡ Шайморатов штабы ирекмәндәре сифатында ярҙам итергә әҙер булыуҙары өсөн рәхмәт әйтте.

Фото: Башинформ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: