"Был минең өсөн үтә нескә, яуаплы мәсьәлә, — тине Радий Хәбиров. — Һәйкәл, һис шикһеҙ, етди реконструкцияны талап итә. Был мәсьәлә буйынса ҡыҙыу фекер алышыуҙар булды. Архивтан һәйкәлде төҙөү процесына ҡағылышлы бөтә документтарҙың күсермәһен һорап алдыҡ, сөнки ул бик ҡатмарлы проект. Әлеге ваҡытта подрядсы эҙләп таптыҡ, һәм 2023 йылдың мартына һәйкәлде реконструкциялар проектын алырбыҙ, тип өмөтләнәм".
Башҡортостан Башлығы шуға ла иғтибар итте: һәйкәлде, бәлки алырға тура килер: "Ул ваҡытта Өфөнөң 450 йыллығын һәйкәлһеҙ ҡаршылауыбыҙ хәүефе бар. Беҙгә йәмәғәтселек менән бергә баланс табыу кәрәк, был мөһимерәк. Ләкин әлегә ҡулымда проект документтары юҡ. Ваҡыты етһә, бергә ҡарар ҡабул итәсәкбеҙ".
Фото: Башинформ.