Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Октябрь 2022, 22:55

Республикала сүплектәр ябыласаҡ

Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар Волга буйы округында - иң түбәне.

Республикала сүплектәр ябыласаҡ
Республикала сүплектәр ябыласаҡ

Башҡортостан Башлығы тура бәйләнештә төрлө темалағы һорауҙарға яуап бирҙе. Шуларҙың береһе ТКО йәғни, сүп-сар реформаһына бәйле.

Быға тиклем беҙҙә реформаны ғәмәлгә ашырыу барышында инфраструктура булдырылған: контейнер майҙансыҡтары төҙөлгән, техника алынған. Дөйөм алғанда, сүп-сар йыйыу системаһы яҡшы эшләй. Радий Хәбиров "Дүртөйлөмелиоводстрой" операторынан ҡәнәғәт түгел. Баҡһаң, уның менән килешеүҙе суд аша өҙәсәктәр.

БР Башлығы белдереүенсә, реформаның сираттағы этабы: сүплектәр һанын кәметеү, ҡый яндырыу заводтары, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сорттарға айырыу өсөн полигондар төҙөү.

2023 йылдың аҙағына беҙҙә бөтә сүплек ябылырға тейеш.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: