Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Октябрь 2022, 20:30

Республикала өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырыу тамамлана

Был хаҡта әле барған тура эфирҙа БР Башлығы Радий Хәбиров әйтте. Республика етәксеһе хәрби хеҙмәткә китеүселәргә рәхмәт белдерҙе һәм муниципалитеттар етәкселәренә мөрәжәғәт итте.

Республикала өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырыу тамамлана
Республикала өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырыу тамамлана

"Беҙҙең егеттәр ялға китмәне. Улар ауыр һәм хәүефле юлға сыҡты. Шуға ла беҙ уларҙың ғаиләләрен ҡарарға тейеш", - тине Радий Фәрит улы.

Уның белдереүенсә, иртәгә өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырыу тамамлана. Әйткәндәй, күп балалы атайҙар кире ҡайтарылған һәм уларға алмаш ебәрелгән.

Шуныһы бар: яу урынынан (СВО-ның ҡыҙыу нөктәләре) ҡайтарыу буйынса хоҡуҡи мөмкинлек юҡ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: