"Баш ҡалала «Йәшлек House» асылғанға бер йыл тирәһе ваҡыт үтте. Хәҙер унда иң сағыу, ижади һәм талантлы, донъяға төрлө ҡарашлы һәм фекерле йәштәр йыйыла. Беҙ уны асҡанда бының кеүек үҙәктәр башҡа ҡалаларҙа ла кәрәк тип уйланыҡ. Бина-бүлмәләр, финанслау сығанаҡтарын эҙләй башланыҡ.
Беҙҙең Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты өс урынды РФ субъекттарында йәштәр сәйәсәтен комплекслы үҫтереү буйынса "Төбәк йәштәр өсөн" Бөтә Рәсәй программалар конкурсына индерҙе. Улар Республика йәштәр социаль-психология үҙәге нигеҙендә Өфөлә, Нефтекамала һәм Учалыла урынлашҡан. Һөҙөмтәлә Башҡортостан 227 883 500 һум күләмендә субсидия аласаҡ. Был илдең 42 төбәге араһында дүртенсе һөҙөмтә.
Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты командаһын уңыш айҡанлы ҡотлайым!" - тигән Радий Хәбиров.