+3 °С
Ясна
"Аҡъяр - Сибай" юлын ҡасан эшләрҙәр? - тип һорау бирҙе Хәйбулланан бер уҙаман. Баҡһаң, юлды ауыр йөк машиналары ла бик ныҡ иҙгеләй. Трассаға үлсәү контроле лә кәрәк.
Радий Хәбиров түбәндәгесә яуапланы: "2023 йыл аҙағына ул яҡта өс контроль ҡуйыласаҡ. Ғөмүмән, көньяҡ-көнсығыш райондарҙағы юлдар торошон беләм. Улар менән шөғөлләнәсәкбеҙ. Был ҙур эш һәм ҙур сығым талап итә. Аҡса табасаҡбыҙ. Һеҙгә вәғәҙә бирәм: киләһе йылдан башлаясаҡбыҙ. Моғайын, төп юлдарҙы тәртипкә килтереү 3-4 йылға һуҙылыр".