Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Октябрь 2022, 15:15

Мутлыҡ факттары буйынса 11 енәйәт эше ҡуҙғатылған

Өфөнән 68 йәшлек иргә ялған "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, билдәһеҙ әҙәмдәрҙең уның исеменә кредит алырға, аҡсаһын урларға маташыуҙары хаҡында хәбәр иткән. Муттарҙан һаҡланыр өсөн сумманы "ышаныслы" иҫәпкә күсерергә кәрәклеген белдергәстәре, ир "финансистың" кәңәшен тыңлап, өс миллион һумға яҡын аҡсаһынан яҙған.

Мутлыҡ факттары буйынса 11 енәйәт эше ҡуҙғатылған
Мутлыҡ факттары буйынса 11 енәйәт эше ҡуҙғатылған

Миәкә районынан 62 йәшлек ҡатынға ниндәйҙер компанияның татлы телле менеджеры шылтыратып, уның аҡсалата приз - 100 мең һум отоуын һөйөнсөләгән. Ләкин призды алыр өсөн карталағы бөтә сумманы ла юйып торорға кәрәк, имеш. Йәнәһе лә, юйылған аҡсалар һуңынан приз менән бергә кире картаға ҡайтасаҡ. Ҡатын, алданыуын аңламай, аферистарға банк картаһының мәғлүмәттәрен әйткән. Иҫәбендә күпме аҡса булғандыр, уныһы билдәһеҙ, ләкин тиненә тиклем һыпырып алғандар.

Тәүлек эсендә һигеҙ кешене төрлө "учреждение хеҙмәткәре" алдаған, ике кеше тауар һатҡанда һемәйгән, бер кешене хеҙмәт күрһәтеүҙә кәкре ҡайынға терәгәндәр. Зыян күләме - алты миллион һумдан ашыуыраҡ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: