Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Октябрь , 17:05

Махсус хәрби операцияға оҙатылғандарҙың ғаиләһенә ярҙам

Йылайыр районының Ҡыпсаҡ ауылы халҡы өлөшләтә мобилизацияланған егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтә.

Махсус хәрби операцияға оҙатылғандарҙың ғаиләһенә ярҙам
Махсус хәрби операцияға оҙатылғандарҙың ғаиләһенә ярҙам

Ауыл хакимиәте башлығы Миңлеғәле Йомағолов, Илдар Хәсәнов, тағы ла Зәйнулла Аҡҡужин менән Фәнил Әжибаевтар ғаиләләргә ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләгән.

 

– Беҙҙең ауыл биләмәһенән алты ир-егет өлөшләтә мобилизация буйынса хеҙмәт итеп йөрөй. Уларҙың ғаиләләренә ҡулдан килгәнсә ярҙам итәсәкбеҙ, –тиҙәр ауыл хакимиәтендә.

 

Фото һәм сығанаҡ: "Ауыл уттары"

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в