Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Октябрь 2022, 15:13

Өлөшләтә мобилизацияланған 80 ир-егет өйләнеп ғаиләле булған

Бының турала үҙенең социселтәр сәхифәһендә төбәк хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов хәбәр итте.

Өлөшләтә мобилизацияланған 80 ир-егет өйләнеп ғаиләле булған
Өлөшләтә мобилизацияланған 80 ир-егет өйләнеп ғаиләле булған

"Ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ - мәңгелек ҡиммәттәр. Ҡатмарлы ваҡытта йәшәһәк тә, кешеләр ғаилә ҡора. Өлөшләтә мобилизация мәлендә саҡырылған беҙҙең яугирҙәр быны хәҙер башҡарырға ҡарар ҡабул итә. 

Был эштә, әлбиттә, республика ла ярҙам итә. Мобизацияланғандар һәм үҙ ирке менән хәрби хеҙмәткә барыусылар никах ҡорһон өсөн беҙ Татарстан, Пенза, Свердловск һәм Һарытау өлкәләре ЗАГС-тары менән эшләйбеҙ.

Тәүҙә һөйләшеү һәм документтарҙы ҡабул итеү була, аҙаҡ кәләштәр район-ҡала хакимиәттәре ярҙамы менән хәрби уҡытыу урындарына юллана. Ғариза бирелгән көндө ЗАГС хеҙмәткәрҙәре яңы ғаилә барлыҡҡа килгәнен теркәй. Әлегә 80 пар рәсми рәүештә ғаиләгә әйләнгән. Әйҙәгеҙ уларға оҙаҡ һәм бәхетле ғаилә тормошо теләйек!, - тигән ул. 

 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: