Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Октябрь 2022, 21:05

Күмертауҙа стадион 2023 йылда файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Республика Башлығы 2023 йылда Күмертауҙа стадионды файҙаланыуға тапшырырға вәғәҙәләне.

Күмертауҙа стадион 2023 йылда файҙаланыуға тапшырыласаҡ
Күмертауҙа стадион 2023 йылда файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Тура бәйләнеш барышында Башҡортостан Башлығы  ҡушылған эштәрҙең барыһы ла, ваҡыт буйынса күсерелһә лә, контролдә булыуын билдәләне. Миҫалға ул Күмертауҙа төҙөлгән стадионды килтерҙе - уны урындағы халыҡ көтә.

"Стадионды 2023 йылдың көҙөнә тиклем файҙаланыуға тапшырасаҡбыҙ. Төҙөлөш проекттың 200 млн һумдан 700 млн һумға тиклем ҡиммәтләнеүе арҡаһында һуҙылды. Сәфәрҙәр барышында халыҡ менән һүҙ алып барған объекттарҙың барыһы ла контролдә", - тине Радий Хәбиров.

Фото: Башинформ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: